Сентябрҙә Кушнаренко районында “Театраль Волга буйы” округ фестиваленең төбәк этабын уҙғарыу сиктәрендә “Театраль рампа” республика һәүәҫкәр театрҙар фестивале үтәсәк.
Проект һәүәҫкәр театрҙар коллективтары етәкселәренең һәм ҡатнашыусыларының профессиональ оҫталыҡтарын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Ҡатнашыуға һәүәҫкәр театр коллективтары, пантомима театрҙары, агитация-художество театрҙары, театр-студиялар, әҙәби-поэтик театрҙар саҡырыла.
Ҡатнашыусыларҙың йәше - 18 йәштән алып. Фестивалдә драма, мини-спектакль, бәләкәй формалағы (1-3 актер менән моноспектаклдәр), балалар өсөн, бер актлы, музыкаль (бәләкәй опера, водевиль, оперетта, мюзикл), хореографик йәки бейеү-пластик спектаклдәре, әҙәби-музыкаль йәки музыкаль-драма композициялар тәҡдим ителергә мөмкин.
Проект ике этапта үткәрелә: һайлап алыу һәм финал.
Фестиваль тураһында положениены Республика халыҡ ижады үҙәгенең сайтында https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov/10727-polozhenie-o-respublikanskom-festivale-lyubitelskikh-teatrov-teatralnaya-rampa танышырға мөмкин.
Фото: БР Республика халыҡ ижады үҙәге матбуғат хеҙмәте.