Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурсҡа 70-кә яҡын ғариза килә, ә инде композиторҙың тыуған яғына 200-ҙән ашыу йәш музыкант йыйыла. Ҡатнашыусылар ҡурайҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа һәм думбырала уйнау оҫталығын күрһәтә. Ярыш өс йәш категорияһында үтә, ә башҡарыусылар үҙешмәкәр һәм профессиональ коллективтарға бүленә. Сығыштарҙы абруйлы жюри баһалай, уның составына республиканың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инә.
Ҡурайсылар төбәге тип дан алған ҡашҡарҙар әлеге моң бәйгеһендә лә һынатмай. Өмөтлө йәш ҡурайсы, бик күп конкурстар лауреаты Илһам Юлгилдин 14 йәшкә тиклемге малайҙар араһында беренсе урынға лайыҡ була. Ә инде Балалар сәнғәт мәктәбенең Ҡашҡар филиалында 1985 йылдан уңышлы эшләп килгән “Аҡбейек” ансамбле лә беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә.
– Эшеңде яратып, күңелеңде биреп башҡарһаң ғына, юғары уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Әгәр һөйөү менән баҡһаң, тылсымлы ҡурай ҙа һине күктәргә сөйәсәк. Уҡыусыларыма мин һәр ваҡыт ошо турала иҫләтеп торам. Яңынан-яңы еңеүҙәргә илтеүсе серҙең асылы шунда инде, – тип йылмая ансамблдең алыштырғыһыҙ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, II Бөтә донъя йәштәр фестивале, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге премия лауреаты Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғолов. Уның йәшәү маҡсаты ла, мәғәнәһе лә – ҡурай, тип әйтһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Бөтә ғүмерен башҡорт халҡының милли музыка ҡоралын үҫтереүгә, популярлаштырыуға арнаған шәхес ул.
– Дөйөм хеҙмәт стажым 41 йыл. Ошо дәүерҙә ансамблдә 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнде. Ҡурай сәнғәтен балҡытырлыҡ әллә күпме талант эйәһен үҫтерә алыуым менән бәхетлемен тип әйтә алам. Уҡыусым, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһы солисы, республика, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Динар Абдуллин, минең юлымды һайлаусы улым Өфө дәүләт филармонияһы солисы Илгиз Нәҙерғолов, Стәрлебаш Балалар ижады йортонда уҡытып йөрөгән Дауыт Баязитов, үҙебеҙҙә уңышлы эшләгән Илнар Ҡоҙашев, Рафиҡ Исҡужиндар менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. Ике уҡыусым әлеге ваҡытта тыуған илебеҙ мәнфәғәтен махсус хәрби операция зонаһында яҡлай. Иҫән-имен ҡайтырға насип булһын уларға, – тип теләй Дәүләткирәй Хөсәйен улы бөгөн.
Йөрөгән таш шымара, тигәндәй, Ҡашҡар ҡурайсылары районда, республикала уҙған һәр сарала ҡатнашырға тырыша. Билдәле, ҡайҙалыр барып ҡайтыу ярайһы уҡ финанс сығымдарын да талап итә. Форсаттан файҙаланып, әңгәмәсебеҙ конкурстарға йөрөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллинаға, Йылайыр сәнғәт мәктәбе директоры Резеда Дамир ҡыҙы Моталлаповаға, Йылайыр ветеринария станцияһы начальнигы Рита Әҡсән ҡыҙы Күҙәшеваға оло рәхмәтен еткерә.