Ауыл уттары
+12 °С
Дождь
Мәҙәниәт
29 Апреля , 04:16

Йәш белгестәр иғтибар үҙәгендә

2021 йылдан эшләй башлаған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы илебеҙҙә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танылды. Ул тормошҡа ашырыла башлағандан алып маҡсатҡа ярашлы күп кенә миллион һум аҡса йүнәлтелеп, әллә күпме мәҙәниәт белгесе үҙенең йәшәү шарттарын яҡшыртты. Шулай итеп «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы йәш белгестәрҙең ауыл ерҙәренә эшкә ҡайтыуына ҙур этәргес булды.

Йәш белгестәр иғтибар үҙәгендәЙәш белгестәр иғтибар үҙәгендә
Йәш белгестәр иғтибар үҙәгендә

Федераль программа буйынса түләүҙәрҙе быйыл 59 кеше аласаҡ. Был үткән йылдағы һандар менән сағыштырғанда 34 процентҡа күберәк тип һанала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһының башланыуын һәм уның бик уңайлы булыуын юғары баһаланы:
– Бындай программа федераль кимәлдә бара, Рәсәй төбәктәрендә уның аналогтары юҡ тиһәк тә хата булмаҫ. Шуға күрә кадрҙарҙы ауылға йәлеп итеү өсөн ауыл еренә эшкә ҡайтҡан хеҙмәткәрҙәргә компенсация түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм был яҡшы кимәлдә эшләп килә. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙе ауылға тағы ла әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк, – тип билдәләй ул.
Йылайыр балалар сәнғәт мәктәбендә эшләп йөрөүсе йәш белгес Гөлдәр Ришат ҡыҙы Түләшева ла тап ошо проект – «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһы буйынса эшкә урынлашҡан.
Йылайыр ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ музыка өлкәһен үҙ иткән, эшен яратып башҡарған хеҙмәткәр булараҡ үҙен күрһәтеп өлгөргән. Музыка белгесе һөнәрен үҙләштергәндән һуң тыуған ауылында эш башлай.
– Минең өсөн музыка – ул ябай шөғөл генә түгел, ә үҙемде хистәр донъяһында тойоп йәшәү итеп ҡабул итәм. Мәҙәниәтте һәм балаларҙа музыкаға һөйөү уятыу минең маҡсаттарымдың береһе булып тора, – ти Гөлдәр Ришат ҡыҙы.
Бөгөн ул Балалар сәнғәт мәктәбендә фортепиано серҙәренә өйрәтә, йәш музыканттарҙы тәрбиәләүгә бөтә көсөн һәм белемен һалып, һәр баланың сәнғәткә ынтылышын, уларҙың шәхес булыуын һәм рухи байлығын булдырырға тырышып эшләп йөрөй.
Бөйөк башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев әйткәнсә: «Музыка кешене тәрбиәләргә, уны күтәрергә, саф һәм игелекле итергә тейеш». Был һүҙҙәр хәс тә Гөлдәр Ришат ҡыҙына тап килеп тора. Уның яратҡан һөнәренә һәм уҡыусыларына ҡарашын сағылдыра. Педагог һәр уҡыусының ижади ҡеүәтен асырға, уға үҙ мөмкинлектәренә ышанырға һәм музыканы йөрәк менән тойорға өйрәнергә ярҙам итә. Уның дәрестәрендә музыка ҡоралында уйнау ғына түгел, тормошто, матурлыҡты һәм игелекте күрә белеү тураһында ла өйрәнергә була. Гөлдәр Ришат ҡыҙы фортепиано дәрестәрендә айырыуса эстетик һәм этик тәрбиәгә иғтибар бүлә. Был баланың музыкаль яҡтан үҫешеүенә, ҡолаҡ, ритм тойғоларының, образлы фекерләүҙе һәм матурлыҡты тойа белеүҙе үҫтереүгә йүнәлтә. Барлыҡ яҡшы сифаттарға эйә булған йәш белгесте балалар ҙа ярата, колегалары ла, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Ә инде уның профессиональ биографияһындағы «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем айырым урын биләй...

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас