Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
9 Май 2023, 10:51

Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы менән ҡотлайым!

Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре!
Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре!

1945 йылдың 9 майы – барыбыҙ өсөн дә изге көн, илебеҙҙе һәм донъяны фашизмдан һаҡлаған совет халҡының ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ байрамы. Беҙ Тыуған ил хаҡына ғүмерен биргән яугирҙар алдында баш эйәбеҙ. Ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына ҡаҡшамаҫ рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.

Бөгөн Рәсәйҙең батыр улдары, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данына тоғро ысын патриоттар Еңеү байрағы аҫтында йәнә ил һағына баҫты. Бөтә донъя менән фашизмды тар-мар итеү көнөн яҡынайтабыҙ. «Беҙҙең эш уң! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» икәнен беләбеҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи күтәренкелек һәм изгелек теләйем!

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: