Ауыл уттары
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай тауышы
8 Август , 09:54

Бер йыл элек асылған «Дуҫлыҡ» паркында олоһо ла кесеһе лә ял итә

Иҫләйһегеҙҙер, Республика кимәлендә «Айыҡ ауыл – 2021» бәйгеһендә ҡатнашып Сәләх ауылы халҡы ҙур еңеү яулағайны. Был конкурста улар беренсе урын алыуға өлгәште һәм грант – аҡсалата ярҙам алды.

Бер йыл элек асылған «Дуҫлыҡ» паркында олоһо ла кесеһе лә ял итә
Бер йыл элек асылған «Дуҫлыҡ» паркында олоһо ла кесеһе лә ял итә

– «Айыҡ ауыл» конкурсын булдырыу республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙы берләштереүгә һәм татыу, дуҫ булып йәшәргә өндәү булып тора. Конкурста ҡатнашып, айыҡ юлға баҫырға тигән маҡсатты алдына ҡуйған ҙур һәм бәләкәй ауылдарыбыҙҙың күп булыуы бигерәк ҡыуаныслы. Күп милләтле конкурста ҡатнашырға теләк белдергән республикабыҙ халҡында уға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу бар, кешеләр күпкә яҡшыраҡ йәшәргә тырышыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята, – ти Республика башлығы Радий Хәбиров
Сәләхтәрҙең был конкурста еңеүе һөҙөмтәһе булып – 2023 йылда ауылда матур һәм үҙенсәлекле «Дуҫлыҡ» паркы асылғайны.


Сәләхтәр был парктың барлыҡҡа килеүенә бик ҡыуана, айырыуса ауылда йәшәүсе балалар, туғандарына ялға килгән кескәйҙәр һәм хатта ололар ҙа унда ял итә.
Ауыл биләмәһендә ойошторолған байрам саралары, фәһемле осрашыуҙар ҙа нәҡ ошо урында үтә.


Ауылдарыбыҙ матур, төҙөк булыуы беҙҙең һәр кемебеҙ өсөн бик мөһим, ә бына ғаилә менән ял итеү урындары барлыҡҡа килеүе икеләтә ҡыуаныс. Бигерәк тә йәй айҙарында тыуған ауылына, яҡындары янына ҡайтҡандар ошо паркта осраша, ял итеп, ауылдаштары менән күрешә ала, – ти Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов.
Сәләх ауылында йәшәүсе ишле ғаиләләрҙең береһе Иҫәнбаевтар ҙа ауылдың төҙөк булыуы менән ғорурлана.


– Сәләх ауылында барлыҡҡа килгән «Дуҫлыҡ» паркы унда йәшәүселәр һәм ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн бик матур ял урыны булып тора. Был урында һәр саҡ шат балалар тауышы ишетелә, ауылыбыҙға килгән ҡунаҡтарҙың һоҡланыу һүҙҙәре күңелдәрҙе күтәрә. «Айыҡ ауыл» конкурсы грантына нәҡ ошондай матур ҙа, зауыҡла ла парк төҙөлөүенә бик шатбыҙ, – ти Мөнирә Иҫәнбаева.

Бер йыл элек асылған «Дуҫлыҡ» паркында олоһо ла кесеһе лә ял итә
Бер йыл элек асылған «Дуҫлыҡ» паркында олоһо ла кесеһе лә ял итә
Бер йыл элек асылған «Дуҫлыҡ» паркында олоһо ла кесеһе лә ял итә
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: