Ноябрь аҙаҡтарында беҙҙең районда ҙур, мәртәбәле сара – Үҫәргән ырыуы йыйыны үтеүе, йыйынға күрше тирә төбәктәрҙән, Ырымбур өлкәһенән вәкилдәр килеүе көтөлә.
Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың боронғо ауылдарының береһе, Үҫәргәндәр төйәге булған Һабырҙа, ауылға нигеҙ һалыусы Һабыр Ҡотлобәков исемен мәңгеләштереү һәм Һабыр – Үҫәргәндәр ере тигәнде дәлилләп, стела асыу тантанаһы үтте. Һабырҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға район хәкимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Рәшит улы Солтангәрәев, «Атайсал» төбәк гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, Йылайыр районы Үҫәргәндәренең ҡор башы, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Илдар Ильяс улы Ҡоҙашев, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлсәсәк Саҙиҡ ҡыҙы Иғдәүләтова, ауыл биләмәләре башлыҡтары, килгән ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Һабыр ауыл советы хәкимиәте башлығы Ғәзинур Әнүәр улы Хазиев килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп таҡтаташ асыуға булышлыҡ иткән яҡташтарына рәхмәттәрен белдерҙе һәм һүҙҙе данлы тарихты мәңгеләштереүгә арналған ошо эште тормошҡа ашырыусыларҙың береһе, район советы депутаты Салауат Латиф улы Солтанғужинға бирҙе. – Үҫеп килгән быуын тыуған төйәгенең тарихын белһен, тамырҙарының ҡайҙан килеп сығышын, ырыуын онотмаһын тигән маҡсат менән эшләнде был стела, – тине Салауат Латиф улы. Артабан Илдар Ильяс улы Ҡоҙашев ауылға нигеҙ һалыусы Һабыр Ҡотлобәковтың исемен мәңгеләштереү идеяһының килеп сығышы, уны ауыл активистары, халыҡ дәррәү күтәреп алыуы һәм уларҙың ярҙамы менән эште атҡарып сығыуҙары тураһында ҡыуанып һөйләне. Һабыр Ҡотлобәковтың архивта бер фотоһы ла булмау сәбәпле, таҡтаташҡа яугир һүрәтен ҡуйырға мәжбүр булыуҙары хаҡында асыҡлыҡ индереп үтте.
Ауыл ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, ветеран уҡытыусы Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы Таһирова һөйләгәндәр ауылдаштарын тарих төпкөлөнә яңынан алып ҡайтһа, килгән ҡунаҡтар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ яңылыҡ булды. Ошо ауылда тыуып үҫкән ханым, Үҫәргән ҡыҙы булараҡ ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһыныуын, уҡытыусы булып эшләгән йылдарында «Крайҙы өйрәнеү» түңәрәген алып барыуы, шул йылдарҙа ауылға ҡағылышлы күп кенә яңылыҡтарға юлығыуы, Һабыр шәжәрәһен табыуҙары һәм башҡалар хаҡында бәйән итте.
Һүҙен йомғаҡлап, педагогия хеҙмәте ветераны, хәҙерге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ауылдаштары Клара Нуридтин ҡыҙы Атанғолованың Үҫәргәндәргә арнап яҙған йөкмәткеле шиғыры менән тамамланы.
Артабан һүҙ килгән ҡунаҡтарға бирелде. Йылайыр ауылы хәкимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Рәшит улы һабырҙарҙың берҙәм булып, изге башланғысты бергә атҡарып сығыуҙары ҙур хөрмәткә лайыҡ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Сибай ҡалаһынан килгән ҡунаҡ яҙыусы, «Атайсал» төбәк гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы ла ауылдаштары өсөн шат булыуын һәм сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе. Йылайыр башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлсәсәк Саҙиҡ ҡыҙы иһә үҙ сиратында стеланың асылыуы, Үҫәргәндәр ере тап Һабырҙа үткәреләсәк ҙур йыйынға бер аҙым, – тине.
Тантаналы сығыштарҙан һуң таҡтаташты асыу хоҡуғы Илшат Солтангәрәев, Ғәзинур Хәзиев, Салауат Солтанғужин менән Илдар Ҡоҙашевтарға бирелде. Ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, стела янында барыһы бергә иҫтәлеккә фото төштө.
Сараның икенсе өлөшөндә ауылдың элекке мәсет урынында макет асыу тантанаһы уҙҙы. Был макетты эшләүҙә район советы депутаты Салауат Солтанғужин күп көс һалған.
– Элекке мәсет урыны буш булыуы эсте бошора ине. Үткән йыл ауылда йыйылыш ваҡытында ошо урынға мәсет макеты эшләп ҡуйыу теләге менән бүлештем. Ауылдаштарым тәҡдимемде хуплап, дәррәү күтәреп алды. Һәм бына, аллаға шөкөр, ниәтебеҙ тормошҡа ашты. Был эште мин генә түгел, бар ауыл халҡы, шулай уҡ ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ярҙамында атҡарып сыҡтыҡ, – ти ауылы яҙмышына битараф булмаған йүнсел ир-уҙаман.
Мәүлиҙә Таһирова Һабыр мәсете тарихына байҡау яһап, Һабырҙа ваҡытында өс мәсет булыуы, үҙ ваҡытына күрә уҡымышлы дин әһеле ахун Яхъя Атанғолов тураһында бик кәрәкле мәғлүмәттәр биреп үтте. Һуңынан ауыл имамы Мөнир хәҙрәт мәсет макеты ҡуйылған ерҙә, илебеҙгә тыныслыҡ килеүен, егеттәребеҙ иҫән-имен ҡайтыуын теләп, доға ҡылды. Шул уҡ көндө Йылайыр хәкимиәте башлығы Илшат Рәшит улы Солтангәрәев махсус хәрби операция зонаһында йөрөгән егеттәребеҙҙең ата-әсәләре менән осрашыу үткәрҙе.
Сара Йылайыр мәҙәниәт йорто һәм ут күршеләр, Хәйбулланан килгән һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды.