Бөгөнгө көндә төп бурыс - Тыуған Илебеҙҙе һаҡлау. Быуаттар буйына шулай булды, һәм һәр ваҡыт шулай буласаҡ, сөнки беҙ – ышаныслы, Ватанға тоғро халыҡ, һәр ваҡыт уны яҡларға әҙер. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин үҙенең республикабыҙға килгән һуңғы сәфәрҙәренең береһендә Башҡортостан халҡының киләсәктәге еңеүгә ҙур өлөш индергәнен билдәләне бит.
Радий Хәбиров үҙенең сығышында меңләгән ир-егеттәребеҙ – башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, республиканың барлыҡ халыҡтары – хәрби махсус операцияһында батырлыҡ күрһәтә, тине. Осрашыу мөмкинлеген файҙаланып, төбәк етәксеһе республиканың ижади интеллигенцияһына ла рәхмәт әйтте, улар яугирҙәребеҙгә илһам, дәрт өҫтәй, тине ул.
Радий Фәрит улының, Ҡоролтайҙың бурысы – әле махсус операция зонаһында йөрөүсе яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләренә күпләп ярҙам ойоштороу буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның сығышында айырыуса иғтибар һәм хәстәрлек һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә бирелергә тейеш тигән һүҙҙәр яңғыраны. Радий Фәрит улының Өфөлә Кире ҡайтарылған Исемдәр музейын булдырыу идеяһы бик оҡшаны. Был музей республикабыҙ һәм илебеҙ тарихында мөһим роль уйнаған геройҙарыбыҙ тураһында буласаҡ.
Беҙҙең Йылайыр ерендә лә байтаҡ ҡына данлыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫте, уларҙың изге эштәре һәм исемдәре тураһында киң йәмәғәтселеккә билдәле булырға тейеш, шуның өсөн беҙ ҙә районыбыҙҙың данлыҡлы исемдәрен күрһәтергә тейешбеҙ.
Республикала Милли кейем көнө, Ҡурай көнө менән бер рәттән тағы ла матур байрам - Милли бейеү көнө барлыҡҡа киләсәк, тигән бик ҡыуаныслы яңылыҡ яңғыраны бөгөнгө көндә. Ул күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнө - 21 октябргә арналасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, Радий Фәрит улының фекеренсә, милләтебеҙ, ата-бабаларыбыҙҙың иң яҡшы мираҫын һаҡлап ҡалыу менән бер рәттән, заманса булыуы ла бик мөһим. Һүҙмә-һүҙ әйткәндә: «йәштәр үҙебеҙҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһен, хеҙмәт итһен, ижад итһен, үҙ балаларын тыуған ерҙәрендә үҫтерһен. Күберәк йәштәр менән эшләргә кәрәк. Һәм мин хөкүмәт хеҙмәткәрҙәренә был эште күпкә әүҙемләштереү буйынса ҙур эш йөкмәтәм.
Ҡышҡы каникулдар ваҡытында көрәш һарайы бинаһында республиканан ситтә белем алған бөтә студенттарҙы йыйыу планлаштырыла. Сараға Башҡортостандың бөтә кадрҙар хеҙмәттәре, ҙур предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре саҡырылыуы ҡыуаныслы яңылыҡ. Белемле, маҡсатҡа ынтылышлы, әүҙем йәштәребеҙ күп булған республикабыҙҙың киләсәге ҙур.