Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Июль , 20:03

Исҡужалар хоккей уйнай, йылайырҙар ГТО тапшыра

Йылайыр районы спортсылары Республика Башлығына рәхмәтле:

Исҡужалар хоккей уйнай, йылайырҙар ГТО тапшыра
Исҡужалар хоккей уйнай, йылайырҙар ГТО тапшыра

Йылайыр районының Матрай ауылында туғыҙ айға яҡын заманса “Гермес” спорт майҙансығы уңышлы эшләп килә. Объект 2023 йылдың ноябрендә урындағы мәктәп биләмәһендә, “Тыуған ауылда спорт” проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығының Грант фонды аҡсаһы ярҙамында асылды.

Яңыртылған “Гермес” урам спорт комплексы ауыл балаларына һәм үҫмерҙәренә спорт менән әүҙем шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек бирҙе, ти урындағы халыҡ. Әгәр элегерәк улар дәрестәр тамамланыу менән мәктәптән тайыу яғын ҡараһа, хәҙер инде киреһенсә – өйҙәренә таралырға ашыҡмайҙар. Хәйер, дәрестән һуң ғына түгел, тәнәфестә лә спорт майҙансығында шат тауыштар тынмай – кемдер турникта күтәрелә, кемдер баскетбол тубы менән уйнай йәки махсус япма менән ҡапланған юлдан йүгерә.

Районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов әйтеүенсә, улар бала саҡта бындай мөмкинлектәр булмаған. Ә хәҙер йәш быуын сәләмәт, көслө булып үҫһен өсөн дәүләттең барыһын да эшләүен билдәләне:

– Ауыл өсөн бик кәрәкле был спорт майҙаны Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килде. Мин үҙем ошо уҡыу йортонда белем алдым, ул саҡтағы хәлдәр менән хәҙергеһен сағыштыра алам. Беҙҙә булмаған мөмкинлектәр менән ҡуллана алыуҙарына бөгөнгө балалар өсөн шатмын. Башҡа бик күп ҡыҙыҡлы проекттар йәш быуынға киләсәккә йүнәлеш алырға, тормошта үҙ урындарын табырға мөмкинлек бирә. Был бик мөһим. Беҙгә үҙебеҙҙе формала тоторға кәрәк. Был хаҡта Йылайыр балаларына эш сәфәре менән килгәндә Башҡортостандың Волейбол федерацияһы директоры Сергей Кирпичников та әйтеп үтте. Ул бүләккә туптар тапшырҙы, көслө, етеҙ, маҡсатлы булырға өндәне. Яңыртылған спорт майҙансығында буласаҡ ил һәм донъя чемпиондары шөғөлләнһә ине.

Шулай уҡ Матрай мәктәбе биләмәһендә хоккей коробкаһы ҡуйылды. Ошондай уҡ каток Юлдыбай һәм Исҡужа ауылында ла бар. Исҡужаның үҙ хоккей клубы бар. Команда был спорт төрө буйынса бер нисә тапҡыр төбәк, район-ара, зональ ярыштарҙа ҡатнашып өлгөргән.

Быйыл улар Әбйәлил районында үткән зональ турнирҙа икенсе урынды яуланы. Үҙҙәре лә ярыштар ойоштороп тора: Исҡужа боҙонда Салауат, Сибай, Күгәрсен һәм башҡа райондарҙан килгән ҡунаҡтар үҙ көсөн һынап ҡараған. Ә “Исҡужа” командаһына 2022 йылда Йылайыр районы хакимиәте хоккей экипировкаһы һатып алған. Команда составында 16 йәштән 40 йәшкә тиклемге спортсылар бар. Яҡын киләсәккә ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған хоккей командаһы булдырырға ла иҫәптәре бар исҡужаларҙың. Бынан тыш, йылайырҙарҙың ГТО нормативтарын тапшырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы ла иғтибарға лайыҡ. Улар өсөн 2022 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһы биләмәһендә “Спорт – тормош нормаһы” милли проекты сиктәрендә тейешле спорт майҙансығы булдырылды.

Башҡортостан Башлығы быйыл февраль айында Физик культура һәм спортты үҫтереү советы ултырышында республикала спорт инфраструктураһын төҙөүгә һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләгәйне. Йылайыр халҡы был иғтибарҙы һәм ярҙамды тоя.

Балаларҙың ғына түгел, урта һәм оло быуын кешеләренең дә сәләмәтлеген ҡайғыртҡаны, ялдарҙы ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн мөмкинлек биргәне өсөн улар Республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтле.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: