Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Сентябрь , 15:51

Иң яҡшыларға – ГТО билдәләре

Күптәр сәләмәт тормош алып барыуға һәм спортҡа нығыраҡ иғтибар итә. Һәр беребеҙгә мәктәп йылдарынан уҡ таныш ГТО нормаларын тапшырыу спортта өҫтөнлөклө йүнәлеш булдыра.Бөгөнгө көндә спорт менән мауыҡҡан кеше генә түгел, һәр кем дә ГТО нормаларын тапшырып үҙ һаулығына иғтибар бүлә ала.Ошо көндәрҙә «Юлдыбай» волейбол клубы тәрбиәләнеүселәренә ГТО тапшырып бөтә талаптарҙы ла теүәл һәм уңышлы үтәгән өсөн «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә рәсәй физкультура-спорт комплексы билдәләрен тапшырыу тантанаһы үтте.

Иң яҡшыларға – ГТО билдәләре
Иң яҡшыларға – ГТО билдәләре

Бындай саралар ГТО комплексын үтәүҙең төп бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә – граждандарҙа физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүҙә, физик үҙ-үҙеңде камиллаштырыуҙа, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуҙа аңлы ихтыяж тәрбиәләй. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы гражданының әүҙем тормош позицияһы күрһәткесе, уның сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышы һәм уның физик торошо, ныҡлы һаулығы һәм көслө рухы күрһәткесе булып тора.


Сара барышында райондаың йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Фуат улы Әбделмәнов спортсыларға райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе, ГТО билдәләрен тапшырҙы һәм бөтәһенә лә спорт өлкәһендә яңы ҡаҙаныштар һәм еңеһҙәр теләне.
Спортсыларыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ! Һәр ваҡыттағыса алдынғы булыуҙарын теләйбеҙ!

 

Иң яҡшыларға – ГТО билдәләре
Иң яҡшыларға – ГТО билдәләре
Иң яҡшыларға – ГТО билдәләре
Иң яҡшыларға – ГТО билдәләре
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: