Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Октябрь , 10:10

Рәсәйҙә допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу кәмегән

Был хаҡта "Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы барышында белдерҙеләр.

Рәсәйҙә допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу кәмегән
Рәсәйҙә допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу кәмегән

"Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы барышында "Рәсәй Федерацияһының допингҡа ҡаршы сәйәсәте: төп аспекттары һәм үҫеш перспективалары" тип аталған сессия үтте.

Ултырышта РУСАДАның генераль директоры Вероника Логинова сығыш яһаны.

Ул быйылғы йылда допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу 40 процентҡа кәмеүен билдәләне : "Быйылғы йылда допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу 40 процентҡа кәмене. Бының сәбәбен оҙаҡ ҡына аңлай алманыҡ. Тесттар бөтә стандарттар буйынса үткәрелә, маҡсатлы тесттар ҙа күп башҡарыла. Һандың түбәнәйеүенең берҙән-бер сәбәбе - допингҡа ҡаршы ойошмаларҙың, белгестәрҙең, эксперттарҙың урынына еткереп эшләүе", - тине Вероника Логинова.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: