Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Октябрь , 11:12

«Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумы майҙансыҡтарының береһе

Халыҡ-ара форумы майҙансыҡтарының береһендә «Спорт идеологияһы: спортсының шәхесен үҫтереүҙең һәм тәрбиәләүҙең заманса алымдары» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.

Сарала ҡатнашыусыларҙы еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова сәләмләне. Ул үҙенең миҫалында спорттың шәхестең үҫешенә йоғонтоһо хаҡында һөйләне.

Конференция модераторы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы Мария Ярина түңәрәк өҫтәлдең темаһын асыҡлап һөйләне. Дәүләт Думаһы депутаты, иҡтисад фәндәре докторы Николай Новичков һүҙҙәренсә, спорт — ул мускулдар, ярыштар йә еңеүҙәр генә түгел, ул тәү сиратта гармониялы үҫешкән шәхес.

— Әлбиттә, шәхесте тәрбиәләү өсөн дөрөҫ идеология кәрәк. Мин депутат булараҡ әйтәм, беҙҙә дәүләт кимәлендә идеологияның булыуы мөһим. Сөнки яуаплылыҡ йәштәр өсөн әхлаҡи модель булып иҫәпләнгән билдәле шәхестәрҙең, артистарҙың иңендә лә ята. Беҙгә кәрәкле әхлаҡи-рухи ҡиммәттәр илебеҙ Президенты Владимир Путиндың указдары менән билдәләнгән.

Дәүләт башлығы илебеҙ халҡының 70 проценттан ашыуын спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә ҡушты. Бында һүҙ спорт объекттары, инфраструктура хаҡында ғына түгел, ә йәмғиәттә кешелекле гармониялы мөнәсәбәттәр булдырыу хаҡында бара, — тине Новичков. Волгоград физик культура академияһы ректоры Виктор Якимовичтың сығышы бик рухлы булды.

Профессор был академияның «Ватан — әсә саҡыра» һәйкәле янында, меңәрләгән совет һалдатының ҡаны менән һуғарылған ерҙә урынлашыуы, ошоға бәйле уҡыу йортонда рухи мөхит хөкөм һөрөүе хаҡында һөйләне.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: