Ул йыл һайын арҙаҡлы баскетболсыларҙы берләштерә. Ике ир-егеттәр һәм ике ҡатын-ҡыҙҙар командалары шоу-матч үткәрә, баскетболдың классик ҡағиҙәләре трансформалаштырыла. Был матчта ҡатнашыусылар 2024/25 миҙгел һөҙөмтәләре буйынса һайлана. Тауыш биреү юлы менән һәр команданан өс кеше һайлана, тағы туғыҙ ҡатнашыусы Студенттар баскетболы ассоциацияһы вәкилдәре тарафынан тәҡдим ителә. Командаларҙың капитандары Даниэль Бейлинсон (МГАФК), Константин Щербаков (УрФУ-РМК), Анастасия Рыкова (ГУТиД) һәм Екатерина Чёрная (“УрФУ Сима-Ленд”). Бөгөн ике шоу-матч – ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр уйындары була. Әлеге минуттарҙа Студенттар баскетболы ассоциацияһы менән Башҡортостан командаһы ('Белые дьяволы") ярыша. Әйткәндәй, 2023 йылда Студенттар баскетболы ассоциацияһы тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар матчы ойошторолғайны. Өфөлә иһә бындай матч икенсе тапҡыр үтә. Сарала СССР-ҙың спорт мастеры, Олимпия уйындары чемпионы Ирина Сумникова, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһы генераль директоры урынбаҫары Геннадий Гурьянов, Мәскәү ҡалаһының Баскетбол федерацияһы президенты Александр Новожилов һәм башҡалар ҡатнаша.