Көн тәртибенә төбәктең спорт инфраструктураһын үҫтереү, атлеттарға һәм тренерҙарға ярҙам итеү, шулай уҡ физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр иҫәбен арттырыу мәсьәләләре ҡуйылды. Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында тора, тип билдәләне республика етәксеһе. Төбәктә барлығы 13,3 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы ғәмәлдә. Шул иҫәптән федераль ярҙам менән 1,6 меңдән ашыу объект төҙөлгән, улар араһында Көрәш һарайы, Гимнастика үҙәге, Ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексы бар.
Уҙған йылда «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы сиктәрендә Нефтекамала күп функциялы «Амфибия» спорт үҙәге һәм Өфөлә Фехтование үҙәге асылды. Радий Хәбиров 2024 йылдың октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа Өфөлә заманса еңел атлетика манежын төҙөү проектын тикшереүҙәре һәм дәүләт башлығының был башланғысты хуплауы хаҡында хәбәр итте.
– Был ниндәй объект булырын беләбеҙ, бюджетта уны финанслау юлын табыу өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостанда тағы ла 16 ҙур объект төҙөлөшө дауам итә. Улар иҫәбендә – Мәләүездәге «Спартак» һәм Күмертауҙағы «Шахтёр» стадиондарын реконструкциялау.
Бынан тыш, 2022 йылдан республикала спорт инфраструктураһын капиталь ремонтлау программаһы тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә был маҡсатта 314 миллион һумдан ашыу сумма йүнәлтелгән һәм 30 объект тәртипкә килтерелгән. Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв спорт тармағын үҫтереү йәһәтенән төбәктең идара итеү командаһы эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
Был төбәктә төрлө форумдар, фестивалдәр һәм ярыштар ойоштороуға булышлыҡ итә. – 2024 йылдың октябрендә Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумын уңышлы үткәрҙек, уның ярҙамында тотош донъянан меңәрләгән ҡунаҡ үҙенсәлекле ҡала менән дә, Рәсәй спорт тармағының ҡаҙаныштары менән дә танышты.
Быйыл Берҙәм календарь планы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы ике тиҫтәнән ашыу спорт сараһын ҡабул итәсәк, – тине Михаил Дегтярёв. Республикала спорт педагогтарына ярҙам итеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. 2020 йылдан төбәктә «Ауыл тренеры» программаһы эшләй, уның сиктәрендә тренерҙар 1 миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алған.
– Программаны тормошҡа ашырыу осоронда 179 тренер ярҙам алыуға иреште, – тине Радий Хәбиров.
– Ә уҙған йылдан «Ҡала тренеры» проекты тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә һигеҙ спорт педагогына ярҙам иттек. Ҡабул ителгән саралар физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һанын арттырыуға булышлыҡ итә. 2019 йылдан был күрһәткес 45,2 проценттан 61,8 процентҡа тиклем артҡан.
– Президентыбыҙ ҡуйған мәсьәләне хәл итеүгә табан ышаныслы барабыҙ – 2030 йылға спорт менән даими шөғөлләнеүсе граждандарҙың өлөшөн 70 процентҡа тиклем арттырырға, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.