Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль , 11:12

"Беҙ бергә. Спорт" һаңғырауҙар спорты ҡышҡы спартакиадаһы дауам итә

Бөгөн Өфөлә Саңғы буйынса классик стилдә уҙышта 27 спортсы ҡатнашты. 

Бөгөн Өфөлә Саңғы буйынса классик стилдә уҙышта 27 спортсы ҡатнашты.  

 

Ҡатын-ҡыҙҙар – биш, ир-егеттәр ун саҡрым арала ярышты.

 

Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорт федерацияһы вәкиле Мария Мерзликина белдереүенсә, сараға Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан иң-иң спортсылар һайлап алынған. “Бөгөн, ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында ҡатнаша алмаған саҡтарында, спортсылар өсөн был сараның үтеүе үтә лә мөһим. Саңғы уҙышы айырыуса Коми Республикаһында, Мәскәүҙә, Ханты-Манси автономлы округында, Свердловск, Владимир өлкәләрендә яҡшы үҫешкән. Был спорт төрө менән ҡыҙыҡһынған балаларҙың һаны ла йылдан-йыл арта бара”, – ти ул.

“Кәйефем яҡшы, ярыштарҙа йөрөп өйрәнгәнмен, шуға ла артыҡ тулҡынланманым. Саңғы спорты менән 13 йәштән шөғөлләнәм. Әле миңә 38 йәш, был спорт төрө һаман да оҡшай. Өфөлә бәләкәй сағымда бер тапҡыр булғайным, роликтарҙа йөрөгәнемде бер аҙ хәтерләйем. Ҡала бик матур. Тренировкалар сәбәпле күп ерҙә йөрөү мөмкинлеге булманы, әлбиттә.  Көрәш һарайы бик оҡшаны. Бында тормош иптәшем Владимир Майоров менән бергә килдек. Ул да, ана, беренсе килә. Ҡыҙыбыҙҙы ла саңғыла йөрөтөргә тырышабыҙ, тағы ла фигуралы шыуыу менән ҡыҙыҡһына. Уға әле 12 йәш. Ә улыбыҙ бәләкәйерәк,  дүрт кенә йәштә әле”, – тип һөйләй күп тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм призеры булған, Ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында өс тапҡыр чемпион,  туғыҙ тапҡыр көмөш миҙал яулаған Любовь Майорова.

Уның тормош иптәше Владимир Майоров – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, алты тапҡыр Сурдлимпия уйындары чемпионы. “Бында саңғы трассаһы күнегелгәнсә түгел, шулай ҙа беҙ бындай хәлгә әҙер инек. Иртәгә лә беренсе урындарҙы яуларға иҫәп тотабыҙ”,  – ти ул.

Спорт мастерына кандидат Мария Маженина – сығышы менән Киров ҡалаһынан, Ханты-Манси автономлы округы өсөн сығыш яһаны. 23 йәшлек ҡыҙ Югра дәүләт университетында уҡый, тренер һөнәре ала. Рәсәй чемпионаттарында күп тапҡыр икенсе, өсөнсө урындарҙы яулаған. “Бында беренсе көндә спринтта ла икенсе урын алдым. Ә спорт мастеры булыр өсөн беренсе урынды алырға кәрәк, – ти ул. – Саңғы спорты менән 13 йәштән шөғөлләнәм. Физкультура уҡытыусыһы саҡырғанға барған инем, оҡшап китте.

Өфөлә булғаным бар, тик ярыштарҙа тәүгә ҡатнашам. Ҡала бик үҫешкән, сараны үткәреү кимәле лә юғары. Беҙҙә лә бик матур, тик ныҡ һыуыҡ”.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: