Хөрмәтле Йылайыр районы халҡы!
Йылайыр спорт мәктәбе базаһында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыу буйынса һынауҙар (тест) үтеүгә заявкалар ҡабул итә. Һәм ГТО нормаларын тапшырырға теләүселәрҙе саҡыра.
Мәғлүмәт менән тулыраҡ танышыу өсөн рәсми сайтҡа www.gto.ru йәки www.vk.com/club229891820 төркөмөнә инеп ҡарарға була. Унда нисек теркәлеү һәм заявка биреү тураһында белешмә бар.
Ҡатнашырға теләгән һәр кем www.gto.ru сайтында теркәлеү үткәндән һуң идентификация номеры ала (УИН), шулай уҡ медицина рөхсәте кәрәк буласаҡ.
Ни өсөн ГТО нормалары кәрәк?
– эшкә һәләтле кешеләрҙең һаулығын нығытыу;
– сәләмәт тормош алып барған һәм спорт менән шөғөлләнгән граждандар һанын арттырыу;
патриотик тәрбиә;
ғүмер оҙонлоғон һаҡлау һәм үҫтереү.
ГТО нормаларын үтәү – ирекле эш
Эйе, ГТО нормаларын тапшырыу ирекле рәүештә генә башҡарыла. Был йүнәлештең үҫеше дәүләт яғынан йәштәр өсөн бик уңайлы һәм ҡыҙыҡлы. Бөгөнгө нормалар бер аҙ башҡа, уны үтәү тәү сиратта милләтте һауыҡтырыуға йүнәлтелә. Комплекс 11 баҫҡыстан тора һәм бөтәһе өс ҡатмарлылыҡ кимәленә (алтын, көмөш, бронза) бүленә. Һәр баҫҡыста мотлаҡ булған һәм һайланма һынауҙар бар, улар көс, сыҙамлыҡ, һығылмалылыҡ һәм тиҙлек мөмкинлектәрен тикшерә.
Ни өсөн ГТО билдәһе кәрәк?
ГТО билдәһе мәктәп уҡыусылары өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы һәм ул юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балл бирә (РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 1147-се бойороғо). Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары был билдәләргә унға тиклем балл өҫтәй. Ә инде дәүләт вуздарында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексының алтын билдәһенә эйә булған студенттарға юғары стипендия тәғәйенләнергә мөмкин.
ГТО нормаларын ҡасан һәм ҡайҙа тапшырырға мөмкин?
Нормативтарҙы тапшырыу өсөн уҡыусыларға уҡыу йылы, ә башҡалар өсөн календарҙың башҡа айҙары бирелә.
Бер көндә дүрт һынауҙан артыҡ тапшырырға кәңәш ителмәй;
бер тапҡыр ғына тапшырырға мөмкинселек бирелә, килеп сыҡмаған сораҡта, ике аҙнанан да алдараҡ һәм йылына өс тапҡырҙан да артыҡ тапшырыу мөмкин түгел.
Әгәр бөтә һынауҙар ҙа алтынға, бер генә бронзаға тапшырылған булһа, бронза билдәһе биреләсәк (һөҙөмтәләр минималь кимәлдә иҫәпкә алына).
Значоктар йылына дүрт тапҡыр тапшырыла, шуға күрә алдан алыуҙы планлаштырырға кәрәк. Шулай уҡ 2025 йылдың 1 ғинуарынан «хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының нормативтарын тапшырыусылар араһында отличие билдәһен алыусылар булһа, уларға һалым ташламаһын алыу хоҡуғы бирелә. Был хаҡта тулыраҡ Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында белергә мөмкин www.nalog.gov.ru. Тест үтеү өсөн адрес: Йылайыр ауылы, Ленникова урамы, 21.
Белешмә өсөн телефон: +7 (34752) 2-00-55.
Килегеҙ, көсөгөҙҙө тикшерегеҙ һәм ГТО-ның рәсми билдәһен алығыҙ!
Фәрит ӘБДЕЛМӘНОВ.