Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Сентябрь 2025, 16:18

Өфөлә бокс буйынса турнир утәсәк

Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, 2024 йылда БРИКС уйындары еңеүсеһе Азалия Әминева «IBA.PRO 9» турниры сиктәрендә 26 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк алыш буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Өфөлә бокс буйынса турнир утәсәк
Өфөлә бокс буйынса турнир утәсәк

 Рәсәй ҡыҙы IBA.PRO версияһы буйынса алты раундлы алышта 67 килограмға тиклемге ауырлыҡта төрөк ҡыҙы Неслихан Моллаоғлу менән осрашасаҡ (1-1). Былтыр август айында Өфөлә Әминева профессиональ рингта  дебют менән сығыш яһаны һәм был ваҡыт эсендә өс уңышлы алыш үткәрҙе.

- Минең өсөн профессиональ рингта сығыш яһау - яңы баҫҡыс. Бында  мин әлегә өлгәшмәгән бик күп һынауҙар һәм маҡсаттар барлығын беләм һәм шуға ынтылам да.   Дәғүәсе -Төркиәнән, ә беҙ төрөк боксерҙарының шәп икәнен беләбеҙ. Шуға күрәбеҙҙең  маҡсат уны техник ятҡан уҙып китеү.  Башҡортостанда, Өфөлә уҙғарылған турнирҙар һәм ярыштарҙы үҙ итәм. Уҙ еремдә  бокс менән шөғөлләнергә яратам, сөнки залда мин көйәрмәндәрем менән бергә.  Был миңә көс һәм ышаныс өҫтәй. Рингтан сыҡҡас, минең өсөн янып-көйөргә килгән һәр кемде ҡосоп, рәхмәтемде әйтә алам, - ти Азалия Әминева.

Башҡортостандан тағы бер боксер Данис Ғабдрафиҡовҡа (4-0, КО 1) һигеҙ раундтлыҡ алышта WBA Asia Central билбауы өсөн ярым уртаса ауырлыҡта Темиржан Баймолда (10-0, КО 6) ҡаршы торасаҡ. 

- WBA Asia Central билбауы өсөн алыш  минең өсөн бик яуаплы турнир. Әҙерлектә спаррингтарға һәм спарринг-партнерҙар һайлауға күберәк иғтибар бүләбеҙ. Апрель айында үткән IBA турнирынан бирле мин туҡтамай әҙерләндем. Күп турнирҙар һәм алыштар булды, шуға күрә хәҙер мин яҡшы формала һәм тулы ҡеүәттә, - тип белдерҙе Ғабдрафиҡов.

WBA Continental билбауы өсөн еңел ауырлыҡ үлсәмендә рәсәйлеләр Артур Собханғолов (9-0, КО 4) менән Тигран Узлан (12-1, КО 6) алышасаҡ. Өфөлә буласаҡ турнирҙың программаһы түбәндәгесә:

- 90,7 кг-ға тиклем, 6 раунд, IBA.PRO: Ярослав Шкутяк (1-0, Рәсәй) - Хәлимжон Мамасолиев (2-0, КО 2, Үзбәкстан);
- 90,7 кг-дан юғары, 6 раунд, IBA.PRO: Бекхан Исраилов (1-0 IBA.PRO, Рәсәй) - Иман Рамезанпур (2-1, КО 1, Иран).
- 66,7 кг-ға тиклем, 8 раунд, WBA Asia Central билбауы өсөн алыш: Данис Ғабдрафиҡов (4-0, КО 1, Рәсәй) – Темиржан Баймолда (10-0, КО 6, Үзбәкстан);
- 67 кг-ға тиклем, 6 раунд, IBA.PRO: Азалия Әминева (3-0, КО 1 IBA.PRO, Рәсәй) - Неслихан Моллаоғлу (1-1, Төркиә).
- 76,2 кгүға тиклем, 8 раунд, IBA.Intercontinental билбауы өсөн алыш: Павел Силягин (16-0-1, КО 7, Рәсәй) - Гонсалес Кейбер (21-1, КО 18, Венесуэла);
- 61,2 кг-ға тиклем, 10 раунд, WBA Continental билбауы өсөн алыш: Артур Собханғолов (9-0, КО 4, Рәсәй) - Тигран Узлян (12-1, КО 6, Рәсәй).

Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-09-18/azaliya-amineva-mne-ochen-nravitsya-boksirovat-v-ufe-4392935 

 

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас