Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Октябрь 2025, 15:35

Ҙур ярышҡа юллама алдылар

Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ирекле көрәш буйынса Волга буйы федераль округы ярыштарына һайлау этабы булды.

“Рәсәй спорты” дәүләт программаһына (государственная программа "Спорт России") ярашлы, Башҡортостандың ирекле көрәш буйынса беренселеге үткәрелде.

Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар 2009-2010 йылғы ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ярыштар ойошторолдо. Турнирҙа тотош республиканан 200 тирәһе спортсы үҙ көсөн һынап ҡараны.

Әйткәндәй, Миәкә районында үткәрелгән спорт сараһында Волга буйы федераль округында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ команда тупланды. “Шуныһы мөһим: Был ярыштар спортсыларыбыҙға Волга буйы федераль округы кимәлендә үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлеген бирә. Тимәк, улар артабан тағы ла юҡарыраҡ кимәлдә үҙен күрһәтә ала”, – тип хәбәр итте Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы президенты Ильяс Исламов.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас