Унда йәмғеһе дүрт команда – Юлдыбай ауылының «Феникс» волейбол клубы спортсылары, Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре, Йылайырҙың «Либеро» волейбол командаһы һәм Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы волейболсылары көс һынашты. Уйын сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Һәр команда ла үҙ оҫталығын күрһәтеп, еңеү яуларға тырышты. Спорт байрамы көйәрмәндәргә онотолмаҫлыҡ эмоциялар бүләк итеп кенә ҡалманы, ә үҫеп килеүсе быуын араһында әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ла ҙур өлөш индерҙе.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге командаһы алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәне. Икенсе урында «Феникс» волейбол клубы, өсөнсөлә Аҡъяр ауылы спортсылары.
Шулай уҡ трурнирҙың иң яҡшы уйынсылары «Иң яҡшы бәйләүсе» номинацияһында «Либеро» волейбол клубы тәрбиәләнеүсеһе Кристина Михайлова, «Иң яҡшы һөжүмсе» номинацияһында Аҡъяр ауылы волейбол командаһынан Регина Рысбаева, «Иң яҡшы блоклаусы» номинацияһында «Феникс» волейбол клубы өсөн сығыш яһаусы Азалия Яманғолова һәм «Иң яҡшы һаҡсы», «Иң ҡиммәтле уйынсы» номинацияларында Сибайҙан килеүсе Эмилия Ҡурамшина менән Дарья Кораллкина билдәләнде.